Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 12:46

Муллалар “гарантия хеҙмәтләндереүенә” алырмы?

Никах - ныҡ яуаплы ғибәҙәт

“Ғаилә – нигеҙҙәрҙең нигеҙе. Тап ғаилә эсендә тәү гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләнә, баланың шәхесе һәм донъяға ҡарашы формаланған мөхит булдырыла. Гармония һәм татыулыҡта йәшәгән ғаиләләр күберәк булған һайын, бөтә йәмғиәтебеҙ ҙә кешелеклерәк, әхлаҡлыраҡ һәм көслөрәк”, - тип билдәләй РФ Президенты Владимир Путин.
Ниңә айырылышыуҙар күп?
Дәүләт статистикаһы сайтын асып ҡараһаҡ, бик аяныслы картина пәйҙә була – Рәсәйҙә йыл һайын берәр миллион тирәһе ғаилә тарҡала. Башҡортостанда, мәҫәлән, 2018 йыл 25 388 никах теркәлгән, 15 407 пар айырылышҡан (61 процент).
Ниңә улай килеп сыға? Әлбиттә, “Әгәр ҙә ир ялҡау, эскесе, һуғышҡаҡ икән, башҡаса нишләргә һуң?”-тип һораусылар табыласаҡ. Ҡаршы һорау бирәсәкмен: “ Ҡәҙерле ҡыҙҙар, кемдән бала табырға теләр инегеҙ? Ялҡау, эскесе, һуғышҡаҡ, “бисә –Вәхит” (подкаблучник), малтабарҙанмы? Әллә, шулай ҙа, Ҡатынының, Балаларының, Ғаиләһенең, Ырыуының, Халҡының, Ватанының именлеген хәстәрләгән ир-егеттәнме? Был һайлау бик яуаплы булырға тейеш. Фәҡәт ҡыҙҙарҙың буласаҡ тормош иптәштәренә талаптары малайҙарҙы юғары ир дәрәжәһенә күтәрә. Һәр ирҙең ҡаҙаныштары һәм танылыуы нигеҙендә – ҡатынының мөхәббәте һәм булышлығы ята бит”.
Һәр йәмғиәттә ике идара итеү системаһы булғанлығын аңлар кәрәк - донъяуи һәм рухи власть.
Ғаилә тәңгәлендә донъяуи система күберәген иҡтисад, хоҡуҡ өлкәләренә ҡағыла –туй ойоштороу, дәүләт теркәүе, матди яуаплылыҡ, айырылышҡанда мөлкәт бүлеү, алимент түләү һәм башҡа. Ә рух системаһы кәүҙәләнеше – башлыса дин ҡанун-йолаларында кәүҙәләнә.
Хоҡуҡтар тиң түгел
Сер түгел, дәүләт гел генә ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәттәрен яҡлауға өҫтөнлөк бирә.
Ҡатын тик торғандан, етди сәбәпһеҙ айырыламы, иренә хыянат итәме, ҡайҙалыр сығып китәме – һәр осраҡта ла дәүләт органдары уның яҡлы буласаҡ. Уртаҡ милекте бүлдертәсәктәр. Ә балалар ҡатын менән ҡала икән, балаларын үҙе аҫрарға ниәтләнеп тә , был теләге кире ҡағылған ирҙәрҙән алимент түләтеләсәк. Ҡатын аборт яһатырға булды икән, законлы ире тағын да бер ни хәл итә алмай... Йәғни, ысынбарлыҡта хоҡуҡтар бигүк тиң түгел.
Ә бит “ғаилә ҡороу” төшөнсәһе һуңғы дәүерҙә генә барлыҡҡа килгән, борон-борондан ҡыҙҙар “иргә (кейәүгә) сыҡҡандар. Үҙҙәренең һәм тыуасаҡ балаларының именлеген көслө зат вәкиленә тапшырғандар. Ир артында торғандар. Башта – атай ышығында, һуңынан был яуаплылыҡты үҙ иңдәренә хәләл ефеттәре ала. Хәҙер ни, именлекте дәүләт органдары тәьмин итә, байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен “миңә лайыҡ –лайыҡ түгел” , “байыраҡ, дәрәжәлерәк берәйһен табып булмаҫмы?” кеүегерәк биҙмәнгә һалып үлсәргә тотондолар. Әйтерһең, кейәүгә сыҡҡанда тап үҙҙәре һайлап алмаған уларҙы! Һәм бындай холоҡһҡоҙланыуға яҡындары бармаҡ аша ҡарай, хатта, хуплай бит әле.... Минең фекергә – бик етди сәбәп булмайынса ғаиләне тарҡатырға ынтылыу – Ватанға хыянатҡа тиң - илебеҙ фәҡәт ғаиләләрҙән тора бит. Ғаилә – йәмғиәттең күҙәнәге, йәмғиәт үҙе иһә дәүләткә ойоша.
Үҙегеҙҙең тәрбиә...
Ғаилә тарҡала икән, балалар ир тәрбиәһенән мәхрүм ителә. Кем тәрбиәләй? Ҡатын-ҡыҙҙар. Өйҙә лә, мәктәптә лә. Шуға ла, “Хәҙер ысын ирҙәр ҡалманы!”, “Бөтә ирҙәр ата кәзәләренә тиң!” – тип яр һалыр алдынан, саҡ ҡына уйлар кәрәк - бындай ирҙәрҙе тап гүзәл зат үҙе тәрбиәләгән түгелме ни?
Айырылыу инициативаһы 80 процент осраҡтарҙа – ҡатын-ҡыҙҙарҙан, ти юрист һәм нотариустар. Шуға ҡарамаҫтан, күпселек осраҡта бөтә тиерлек тупланған милек-байлыҡты ирҙәр ҡатындарға, дөрөҫөрәге – балаларға ҡалдырып китә. Тимәк, нимә генә тимәһендәр, ысын ир-ат бар әле беҙҙә - үҙҙәренән дә алда яҡындарын ҡайғырталар.
Мулла гарантия бирәме?
Ә хәҙер рухи власть системаһы тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Барыбыҙға ла тиерлек өйләнгәндә никах уҡылды. Был йоланы (шулай уҡ христиандарҙың “вечание” һын), хатта, ЗАГС аша рәсми дәүләт теркәүенә тиңләргә тәҡдим ителә ине. Йәғни, әҙәмиәте ҙур.
Ҡайһы бер муллалар никах уҡыйҙар, хәйер алалар,мәжлестә һыйланалар һәм үҙ фатихаларын биргәс, бурыстарын тамам тип иҫәпләйҙәр. Күптәрен йәштәрҙең артабан нисек йәшәүе ҡыҙыҡһындырмай. Ә Ислам дине буйынса айырылышыу өсөн ирҙең 3 тапҡыр “Талаҡ!” –тип әйтеүе лә етә...
Үҙҙәре никах уҡый икән, муллалар ҙа был ғаиләнең бер өлөшөнә әйләнә. Һәм был әхлаҡи бурысты яҡшыраҡ аңларға тейештәрҙер.
Шул иҫәптән өйләнешергә йыйынғандарҙың нәҫелен 7-се быйынға тиклем өйрәнеү, күршеләре, туған-тумасалары менән аралашыу, егет һәм ҡыҙҙың ни кеше икәнлектәрен яҡшылап белеү һәм ошо нигеҙҙә генә никах уҡыу йә был ғәмәлдән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итеү зарур. Аҙағынан да мулла үҙе никахлаштырған парҙар менән осрашып, конфликт ситуацияларында ярҙам итеп, кәңәштәрен биреп тороу бик мөһим булыр ине. Бының өсөн тәү сиратта яҡшы психолог булырға тейештәрҙер.
Беҙҙең фекергә, дин әһелдәре ғаиләләрҙе нығытыу йәһәтендә мәғрифәтселек, аң-белем таратыу, ағартыу эше менән нығыраҡ шөғөлләнергә тейеш. Өс йүнәлештә ( ҡыҙ-егеттәр, никахлашыусылар, бергә йәшәгән ир менән ҡатындар) айырым, махсуслашҡан өгөт-нәсихәт зарур.
“Генералдар” ҙа кәрәк
“Туй генералы”, йәғни ғаилә ҡороу тантанаһында ҡатнашып, абруй һәм дәрәжә өҫтәгән кешеләрҙең дә әһәмиәте күберәк булырға тейеш. Муллалар менән бер төптән тотонһалар, ғаиләләрҙе нығытыу буйынса йоғонтолары көслөрәк булырҙыр.
Элек ғаилә тарҡалһа, ике яҡ өсөн дә, айырыуса ҡатын һәм уның туғандары өсөн ғәрлек булып иҫәпләнде. Әле уға тиклем барып етмәгәндә лә, етди сәбәпһеҙ айырылышыусыларға, исмаһам, бер аҙ оят булырға тейештер ҙә инде! Һәм никах уҡыған мулла, тантанала ултырған “туй генералы”ның эшләп еткермәүҙәренең билдәһе....
Ғаилә институтының көрсөккә терәлә башлауы заманса алымдарҙы киңерәк ҡулланыуҙы ла талап итә. Шул иҫәптән ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған психология үҙәктәре булдырыу, он-лайн режимында белгестәр кәңәш биргән махсус сайттар булдырыу һәм башҡа.
Ғаилә институтын нығытыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе!
Шамил Фәсхетдин улы Батыршин, М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы
Читайте нас: