Радий Хәбиров коронавирус буйынса иң ҡурҡыныс сценарий тураһында һөйләнеКисә республика башлығы журналистар менән осрашты һәм республиканың ниндәй үҫеш сценарийына әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе.— Әлегә беҙ иң ҡурҡыныс сценарийҙан сығып эш итәбеҙ, Италияның ошо көрәштә еңелеүе - быға сағыу миҫал. Унда 6 мең кешенең ғүмере өҙөлдө. Беҙ еңелергә теләмәйбеҙ. Инфекция таралһа ла, аныҡ эш итергә тейешбеҙ. Бәлки, был беҙҙе урап үтер, - тине ул.Һуңғы тапҡыр хеҙмәт хаҡын февраль айында алған кешеләр бар, ә ҡайһы бер предприятиелар әле үк ябылған, тип билдәләне ул. Аҙыҡ-түлеккә аҡсаһы бөткән кешеләр бар.— Бәлки, беҙ бюджет иҫәбенә мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек пакеттары әҙерләрбеҙ.Шулай уҡ ул күп кенә социаль объекттар - бассейндар, спорт комплекстары, мәҙәниәт йорттары төҙөлөшөнөң ваҡытлыса туҡтатылыуын әйтте. Ләкин балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм Ағиҙел аша күпер һалыу дауам ителәсәген билдәләне.Ниһайәт, Хәбиров республикала ни бары 4 кешенең коронавирус менән сирләүенә ышанмауын әйтте.— Юҡ, мин ышанмайым, әлбиттә. Беҙҙә дүрт кешенең генә инфекция йөрөтөүенә ышанмайым. Күберәк тип иҫәпләйем, - тине ул һәм күберәк тестар кәрәк тип өҫтәне.