Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 11:45

Сабыйҙың ғүмере өҙөлдө

Бүздәк районында шәхси йортта янғын сыға

Ҡурҡыныс янғын бөгөн төш мәлендә Бүздәк районының Оло Өстүбә ауылында бер йортта сыға. Урынға тәүгеләрҙән булып ирекле янғын һүндереүселәр бара, аҙаҡ ҡотҡарыусылар килеп етә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғынды һүндергәс, ҡотҡарыусылар ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһен таба. Ҡорбандарҙың икәүгә етеүе лә ихтимал булған. Ярай әле, биш йәшлек малайҙы шул ваҡытта янған йорт янынан үтеп барған ир ҡотҡарған. Әле бала Бүздәк район дауаханаһында.
Әлегә янғындың сәбәптәре билдәле түгел. Был ваҡытта балаларҙың ата-әсәләренең ҡайҙа булыуы тураһында ла хәбәр ителмәй...
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: