Учалы ҡалаһында йәшәгән 88 һәм 85 йәшлек пенсионерҙарҙың фатирҙарына билдәһеҙ ҡатын инә, үҙен газ хеҙмәте вәкиле итеп таныштыра. Йорт хужаларының иғтибары ҡунаҡҡа йүнәлтелгән арала ялған “газовик”тың әшнәһе шым ғына фатирға инә, 130 мең һумды урлап ҡаса.
Оператив эшмәкәрлек икенсе көнөнә үк һөҙөмтә бирә. Бурҙарҙың бәләһенә, Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы подполковник Салауат Мөхәмәтшин Өфө-Белорет юлы менән командировканан ҡайтып килгән була. Ике ҡатын, бер ир ултырған шикле автомобилде абайлағас, һиҙҙермәй генә арттарынан төшә, оператив-тәфтиш төркөмөнә ҡаршы сығырға бойора.
Учалы пенсионерҙарын талауҙа шикләнгән бәндәләр Инйәрҙә тотолдо. Үҙҙәре менән 190 мең һум аҡса йөрөтөүҙәре асыҡлана, береһе ғәйебен таныны ла, тип хәбәр ителде “МВД –Медиа” сайтында ( https://mvdmedia.ru/news/operativnye-novosti/v-bashkortostane-zaderzhany-podozrevaemye-v-krupnoy-krazhe-u-pensionerov/ ).41, 42 йәшлек ҡатындар, 44 йәшлек ир – Силәбе өлкәһе кешеләре, даими эшләгән урындары юҡ.
Полиция әле был төркөм тағын да берәйһеләрен таламаны микән тигәнде асыҡлай.