Новости
28 Марта 2020, 10:58

Үҙегеҙ битлек тегегеҙ!

Тегенселәргә генә бар эште япһармайыҡ, таж-вирустан һаҡланыу өсөн битлек тегергә һәр кемдең хәленән килә.

Учалы тегеү фабрикаһында битлектәр тегә башланылар, тип хәбәр иткәйнек. Барып күрҙек, ал-ял белмәй, карантин һәм ял көндәренә лә туҡталмай тырышалар. Һуғыш дәүерендә заводта снаряд-патрон етештергән ҡатындар һымаҡ!
Ситтән алыпһатарҙар предприятие тирәһендә байтаҡ уранҡыта икән, партия-партия менән ҡиммәт хаҡҡа алырға ла әҙерҙәр, әммә тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко, башта учалыларҙы, Учалы предприятиеларын тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, ти. Ҡаланың Тыныслыҡ урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан магазиндарында данаһын ни бары 30 һумдан һаталар. Аңлашыла, барыһына ла етмәй, шуға ла бер кешегә 3 битлек кенә һатыла.
Тегенселәребеҙҙең ҡаһарманлығы маҡтауға лайыҡ, әммә уларҙан ғына көтөп ятмаҫҡа ине. Фәйрүзә Степаненко бар учалыларға мөрәжәғәт итте: битлектәрҙе үҙегеҙ ҙә тегә башлағыҙ, был һәр кемдең хәленән килә. Иң мөһиме – кизе-мамыҡ туҡыма (хлопчотобумажная ткань) ҡулланыу, иҫке простынялар ҙа бата.
Фотола һүрәт төшкән, маскарад кейемен хәтерләткән битлектәргә ҡарағыҙ әле. Балалар ҡурҡмаһын өсөн ошолай эшләнә. Эйе, пандемия осоро сабыйҙарҙың хәтерҙәрендә күңелле маскарад булып ҡына ҡалһын инде!
Читайте нас