Был коронавирус арҡаһында кешенең "ҡыйығы" китеп бөтә инде оҙаҡламай. Үпкәләмәгеҙ, әлбиттә, әммә ҡайһы берәүҙәрҙең ҡыланыштары бөтөнләй аптырашҡа һала би. Һәр һүҙгә ышанып, шуны эсһәң, вирус эләкмәй, быны файҙаланһаң, йоҡмай тип, кибет кәштәләрендәге бар нәмәне һыпырып һатып ала башланылар түгелме һуң? Макарон, ҡарабойҙай, дөгөләр менән шкафтар тулды, бәҙрәф ҡағыҙҙары вагоны менән һатып алынды (мумия шикелле үҙеңде урап ҡуйырлыҡ күләмдә). Бер аҙна элек кенә магазинда һарымһаҡ 150-200 һум ине, хәҙер килеп 400-500 һумға менгән. Лимон менән дә шул уҡ хәл, һуңғы тапҡыр 120 һум менән һатып алғайным, әле килеп уныһы 400 һумға менгән. Ә имбирь һуң, кем уйлаған 200-300 һумлыҡ тамырҙың - 2000-4000 һумға менәсәген? Һатыусылар ҙа иҫәр түгел, ниндәй тауар үтемле, шуға “һә” тигәнсе хаҡты арттырып та ҡуя. Социаль селтәрҙә кешеләр төрлө рецептар менән бүлешә, әммә уларҙың тап коронавирустан файҙалы икәнен аныҡ ҡына әйтеп булмай. Ғалимдар һаман эҙләнеүҙәр өҫтөндә, виурсҡа ҡаршы дарыу таба алмайҙар. Бөгөн килеп кемдер ауыыруға ҡаршы сода файҙалы, тип асыш яһай. бөттө былай булғас, бөгөндән сода ат хаҡына менәсәк. Зинһар, паникаға бирелмәйек, йәмәғәт. Вирустан һаҡланыуҙың төп сараһы - өйҙә ултырыу. Ә инде урам буйлап һәптәнләп йөрөһәгеҙ, алтын хаҡындағы лимон да, имбирь ҙә, һарымһаҡ та ярҙам итмәйәсәк. Мәтрүшкәләп, төрлө үләндәр, япраҡтар менән баллап, вәринйәләп сәй эсеп өйҙә генә ултырығыҙ. Иң шәп сара шул һеҙҙең өсөн.