Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 15:45

Кемдәр эшләмәй

Был аҙнала эшләйәсәк предприятие һәм ойошмаларҙың исемлеге менән Республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры ведомство сайтында танышып була. Унан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҡатмарлы хәлдә ҡалыуын, эшмәкәрлектәрен туҡтатыуҙың бәкәлдәренә ныҡ һуғасағын социаль селтәрҙәрҙә лә, рәсми сайттарҙа ла яҙа, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтырата. Александр Шельдяев һәр мөрәжәғәтте айырым тикшерәсәктәрен һәм мәғлүмәти ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Анығыраҡ мәғлүмәтте https://industry.bashkortostan.ru/ сайтынан ҡарарға мөмкин. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова мәшғүллеккә, эшһеҙлек пособиеһы артыуына, социаль түләүҙәргә бәйле мөрәжәғәттәр күплеген билдәләне. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуапты ведомствоның рәсми сайтынан https://mintrud.bashkortostan.ru/ һылтанмаһы буйынса табырға була. Фото: zen.yandex.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева

Был аҙнала эшләйәсәк предприятие һәм ойошмаларҙың исемлеге менән Республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры ведомство сайтында танышып була.
Унан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҡатмарлы хәлдә ҡалыуын, эшмәкәрлектәрен туҡтатыуҙың бәкәлдәренә ныҡ һуғасағын социаль селтәрҙәрҙә лә, рәсми сайттарҙа ла яҙа, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтырата. Александр Шельдяев һәр мөрәжәғәтте айырым тикшерәсәктәрен һәм мәғлүмәти ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Анығыраҡ мәғлүмәтте https://industry.bashkortostan.ru/ сайтынан ҡарарға мөмкин.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова мәшғүллеккә, эшһеҙлек пособиеһы артыуына, социаль түләүҙәргә бәйле мөрәжәғәттәр күплеген билдәләне. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуапты ведомствоның рәсми сайтынан https://mintrud.bashkortostan.ru/ һылтанмаһы буйынса табырға була.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: