Быға тиклем дүрт кешенең вирус йоҡтороуы билдәле ине, хәҙер уларға тағы берәү өҫтәлде. Бишенсе пациент - Францияла белем алыусы студент, ул 15 мартта Өфөгә ҡайтҡан. Тәүҙә Мәскәүҙә туҡтала, һуңынан Өфөгә юллана. Быға тиклем үҙаллы изоляцияла булған. Хәле тотороҡло, сирҙең киҫкен билдәләре күҙәтелмәгән. Әле ул дауаханала. Шулай уҡ әлеге ваҡытта уның менән бергә самолетта ҡайтыусы пассажирҙарҙы ла асыҡлайҙар.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, бөгөнгә тиклем 4293 кеше тикшерелгән, шул иҫәптән сит илдән ҡайтҡан 593 граждан.