Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 15:15

Ҡот осҡос мәғәнәһеҙлек!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Көйөргәҙе районында булған бик тә мәғәнәһеҙ хәл тураһында һөйләне.Райондың Ермолаевка ауылы хакимиәте башлығы ҡатыны менән Доминикана Республикаһына сәйәхәт ҡылған. Уныһы ярар, барған икән барған, тик шуныһы, улар был хаҡтағы мәғлүмәтте йәшергән. Әйткәндәй, уның ҡатыны - табибә. Улар ялдан ҡайтҡас, икеһе лә эшкә сыҡҡан, ҡатыны пациенттар ҡабул иткән һәм дауалаған.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Көйөргәҙе районында булған бик тә мәғәнәһеҙ хәл тураһында һөйләне.
Райондың Ермолаевка ауылы хакимиәте башлығы ҡатыны менән Доминикана Республикаһына сәйәхәт ҡылған. Уныһы ярар, барған икән барған, тик шуныһы, улар был хаҡтағы мәғлүмәтте йәшергән. Әйткәндәй, уның ҡатыны - табибә. Улар ялдан ҡайтҡас, икеһе лә эшкә сыҡҡан, ҡатыны пациенттар ҡабул иткән һәм дауалаған.
- Ҡот осҡос мәғәнәһеҙлек. Яуапһыҙлыҡ. Ундай кешеләр менән хушлашырға кәрәк. Беҙҙең арала ундайҙар эшләргә тейеш түгел, - тине Радий Хәбиров.
Ысынлап та, көн һайын тиерлек үҙаллы изоляция, өйҙә ултырыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, муниципаль власть органы вәкиле һәм табиптың ошондай аҙымға барыуы - ҡурҡыныс хәл.
Тағы шуныһы, яңыраҡ барлыҡ Хөкүмәт ағзаларынан коронавирусҡа анализ алынғайны. Бөгөн Радий Хәбиров белдереүенсә, уның һөҙөмтәләре билдәле булған: бер кемдә лә инфекция табылмаған.
“Бындай тикшереүҙәрҙе дауам итәсәкбеҙ. Беҙгә бик күп кеше менән эшләргә тура килә, шуға һаулыҡ хәлен белеп тороу кәрәк”, - тине ул.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: