Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ”.Кем ризығының күп, ғүмеренең оҙон булыуын теләй, шул туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын”.Рәхим (туғанлыҡ бәйләнештәре) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәрләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр”.Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ”.Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелә: “Аллаһҡа һүҙ биргәндән һуң вәғәҙәһен боҙғандарға, Ул берләштерергә ҡушҡанды айырғандарға, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратҡандарға – ләғнәт һәм яман йорт!” (“Күк күкрәү” сүрәһенән). Бында Аллаһҡа: “Һин – беҙҙең Раббыбыҙ!” – тип ант биргәндән һуң Уның менән бәйләнеште һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙгәндәр, гонаһ ҡылып, ерҙә боҙоҡлоҡ таратып йөрөгәндәр тураһында һүҙ бара. “Яман йорт” тигәндә йәһәннәм күҙ уңында тотола.