Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2020, 10:37

Ҡуш ҡуллап та күрешербеҙ әле, Аллаһ бойорһа

Ә әлегә ҡул биреп сәләмәләү ғәҙәтенән тыйылып тороу зарур

Бөгөнгө БР хөкүмәте оператив кәңәшмәһе Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә арналды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башҡарылған эштәр тураһында һөйләне һәм һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Төбәк етәксеһе хәүефһеҙлек маҡсатында был көндәрҙә ир-егеттәрҙе ҡул биреп күрешмәҫкә лә саҡырҙы.
- Был беҙҙең ҡанға һеңгән, кешене күреү менән ҡул үҙенән-үҙе күтәрелә башлай. Тик табиптар һаулыҡ өсөн ҡул биреп күрешмәҫкә кәңәш итә. Тап ошо юл менән инфекция тарала. Әйҙәгеҙ, үтәйек быны, - тине ул.
Эйе, хәтер һандығына һалып ҡуяйыҡ. Юғиһә берәйһе “тәртешкәһен” һуҙып килә башлаһа, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра: ҡул бирмәһәң – үпкәләй, ҡулын ҡыҫаң икән – һалыу таралыуға булышлыҡ итеүең бар.
Читайте нас