Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнө уңайынан республиканан 25-әр мең һум тапшырыла.Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәи инвалидтарына, тыл эшсәндәренә, һәләк булған (үлгән) Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең (инвалидтары) ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына 25-әр мең һум түләнә.Һәләк булған (үлгән) Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең (инвалидтары) ғаилә ағзаларына һәм тыл эшсәндәренә – 5-әр мең һум.Бөтә түләүҙәр апрель-май айҙарында ғаризаһыҙ башҡарыла, йәғни бер ҡайҙа ла барып, ғариза яҙырға кәрәкмәй.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль бюджеттан ветерандарға һәм тыл эшсәндәренә тағы 75-әр һәм 50-шәр мең һум түләнә.Сығанаҡ: Башинформ