30 март Шишмә районында, яғыулыҡ станцияһы эргәһендә медицина битлеге кейгән, ҡоралланған 50 ир үҙ-ара атыш ойоштора. Ваҡиға урынына шундуҡ полиция килә. АЗС эргәһендә патрондар, травмат ҡоралынан пулялар, ҡанлы салфеткалар табыла тип хәбәр итә «КП-Уфа».
30 март 14.45 сәғәттә Шишмә районының эске эштәр бүлегенә М-5 трассаһының 1441-се километрында атыш барыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына оператив-тәфтиш төркөмө юллана. Тәфтишселәр “хулиганлыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Тикшереү бара. Полиция яуыз ниәт менән йөрөүселәрҙе эҙләй, - тип хәбәр ителә БР Эске эштәр министрлығында.