Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 16:55

Эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаһа?

Бөгөн халыҡты социаль яҡлау буйынса тәү сираттағы сараларға арналған брифингта хеҙмәт кешеләрен борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Хәл ҡатмарлы, әммә дәүләт тарафынан ярҙам буласаҡ, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, әле барлыҡ предприятиларға мониторинг үткәрелә, уларҙың иҫәбе алына, шуға күрә һәр субъекттың үҙе тураһында хәбәр итеүе кәрәк. Министрлыҡ сайтында аралашыу өсөн бөтә мәғлүмәт бар. Бығаса теркәлмәгән предприятиеларға, документтар әҙерләп, Мәшғүллек бюроһына мөрәжәғәт итергә, ”Работа в России” порталында шәхси кабинет асырға кәрәк. Был дәүләт тарафынан ярҙам алыу өсөн мөһим.
Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, әле 5246 хеҙмәткәр эштән бушатылыу алдында. Был һандың артыуы ихтимал. Пандемия осоронда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары ҡараласаҡ. Билдәле, һорауҙар тыуып ҡына торасаҡ, яуап алыу өсөн түбәндәге телефондарға шылтыратырға мөмкин: 8-800-707-88-41, 8-347-224-99-99. Иртәгәнән предприятиелар менән консультациялар үткәрелә башлаясаҡ, шелтәләү түгел, ә килеп тыуған киҫкен мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү өсөн.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы,
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: