Бөгөнгө халыҡты социаль яҡлау буйынса тәү сираттағы саралар тураһында үткәрелгән брифингта яңғыраған мәғлүмәттәр күптәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Шуларҙың бер нисәһенә туҡталайыҡ. Әсәлек капиталына хоҡуҡлы ғаиләләр борсолмаһын, биш мең һум күләмендәге өҫтәмә түләүҙәр банк картаһы иҫәбенә ай һайын күсерелеп барасаҡ. Һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡаралған биш меңдән 25 мең һумға тиклемге түләүҙәр ҙә автоматик рәүештә күсереләсәк.
Көн һайын халыҡ менән эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған, әйтеүҙәренсә, эш хаҡы лайыҡлы буласаҡ. Ирекмәндәрҙең ике төркөмө эшләй, береһе - “Берҙәм Рәсәй” партияһы, икенсеһе - “Дөйөм халыҡ фронты” етәкселегендә. Кейемдәре – күк һәм ҡыҙыл төҫтә. Һары төҫтә өҫтәмә таныу билдәһе булдырыласаҡ, быны һәр кем иҫәпкә алһын.
Почтальондарға инструктаж үткәрелгән, улар битлек, бирсәткә, халат кейгән булырға тейеш. Өҫтәүенә фатирҙан сығыу менән улар кейемдәрен махсус антисептик сара менән эшкәртергә тейеш.
Брифинг көн дә үткәрелә, яңылыҡтар менән танышып тороғоҙ.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.