Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 12:05

Коронавирус менән сирләгәндәр Башҡортостанда етәү

еспубликала коронавирус менән сирләгән тағы ла ике кеше асыҡланған, шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны етәүгә етте. Коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында дауаханаларҙа 107 кеше ҡала, шул иҫәптән 18 бала.

Республикала коронавирус менән сирләгән тағы ла ике кеше асыҡланған, шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны етәүгә етте. Коронавирус менән сирләй тигән шик аҫтында дауаханаларҙа 107 кеше ҡала, шул иҫәптән 18 бала.
Шул уҡ ваҡытта бөгөн тәүге сирле һауығып, дауахананан сыға, ул да, ҡалғандар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда 4 562 кеше тикшерелгән. Рәсәйҙә әлеге ваҡытта коронавирус менән 1 836 кеше сирләй, 66 кеше һауыҡҡан, туғыҙ кеше үлгән. Донъяла коронавирус йоҡторған кешеләрҙең һаны 753 638 кешегә еткән.
Быға тиклем Башҡортостанда ете лабораторияла коронавирусҡа анализ алһалар, бөгөндән был эшкә тағы ла өс лаборатория ҡушыла, унан тыш, тест-система менән тәьмин иткән Новосибирскиҙың “Вектор” фәнни-тикшеренеү үҙәгенә башҡа ошондай йүнәлешле ойошмаларҙың тест-системалары өҫтәләсәк: улар сертификатлау үткән, тиҙҙән илдең төрлө төбәктәренә таратыла башлаясаҡ.
Унан тыш, был аҙнала сертификатлау үткән шәхси лабораторияларҙа һау кешеләр ҙә аҡса түләп коронавирусҡа анализ тапшырыу мөмкинлеген аласаҡ. Әлегә был эш яйға һалына, хаҡтар билдәдләнә.
Фото: utro.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: