Хәбәр иттек инде, БР Башлығы Р. Хәбировтың указы менән 31 марттың 20.00 сәғәтенән йәшәү урыны буйынса изоляция режимы индерелде.
Был дәүерҙә эшмәкәрлектәре туҡтатылмаған предприятие-учреждение етәкселәре махсус приказ сығара, эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәренә ошо хаҡта белешмәләр бирә, тип белдерҙеләр район хакимиәтенән..
Район хакимиәте үҙе урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә, дружинниктарға, ирекмәндәргә , ихтирам итерлек сәбәптәре булған граждандарға район биләмәләре буйынса ҡаршылыҡһыҙ йөрөргә ирек биргән белешмәләр бирә. Алыу өсөн электрон почтаға (adm61@bashkortostan) ғариза, шулай уҡ ихтирам итерлек сәбәпте раҫлаған документ күсермәһен ебәрер кәрәк.Белешмә икенсе көнөнә район хакимитәтендә тапшырыласаҡ ( Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 20-се йорт), белешмәләр өсөн телефон - 6-12-47.
Ә ҡалғандар шым ғына өйҙәрендә ултырыуҙары хәйерле.
Һүрәттә – “Яйыҡ” гәзите хеҙмәткәрҙәренә әле генә бирелгән белешмә менән.