Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 23:35

Яңы техника менән тулылана

Башҡортостанда “Экология” милли проекты сиктәрендә урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Башҡортостанда “Экология” милли проекты сиктәрендә урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә. – “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, быйыл урман хужалығына техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 40,4 миллион һум, – тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Быйыл ошо маҡсатта аукциондар уҙғарып, йәғни 14 урман хужалығы техникаһы һәм һигеҙ янғын һүндереү техникаһы, ике трал алыу өсөн бөтәһе 68,9 миллион һумлыҡ 10 дәүләт контракты төҙөлә. Ошо көндәрҙә ике дәүләт контракты буйынса 14 “Беларусь 82.1” һәм “Беларусь 1221” тәгәрмәсле трактор килгән. Республиканың Урман янғыны үҙәгенә ике дәүләт контракты буйынса “ГАЗ-33088” шассиһына ике янғын автоцистернаһы һәм “МАЗ 6430С9” кеүек махсус техника алынған. "Башҡортостан" гәзитенән. Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: