Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 10:30

Эштәр ете айҙа тамамланырға тейеш

“Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә подъездарҙа ремонт башланды.

2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә подъездарҙа ремонт башланды. Был эштәр быйыл да дауам итәсәк. 2020 йылдың сентябренә Башҡортостанда 1151 йорттоң 3382 подъезы ремонтланырға тейеш. Был һан, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Радий Хәбиров был йәһәттән: “Беҙ юғары бурыстар ҡуябыҙ һәм былтырғы хаталарҙы иҫәпкә алдыҡ, подрядсылар быйыл бар эште ете айҙа тамамларға тейеш. 1582 подъезда ремонтсылар билдәле. 2024 йылға ремонтланған подъездар һаны 20 мең тәшкил итәсәк. Быйыл килешеүҙәр төҙөүҙе бер айға алда тамамланыҡ”, - тип билдәләне.
"Башинформ".
Фото - stepasyuk.org.ua
Читайте нас: