Яйыҡ
-2 °С
Ясно
Новости
2 Апреля 2020, 10:35

ИМБИР ТҮГЕЛ, АНДЫҘ ЭСЕГЕҘ

Кипкән тамыр һәм тамырһабаҡ дөрөҫ һаҡлағанда өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай. Андыҙ тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡты 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 3-4 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 аш ҡалағы эсергә. Андыҙ дауаһы көслө. Шуға күрә врач тәғәйенләүе буйынса дауаланыу мотлаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google

«Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров.
Читайте нас