Башҡортостанада коронавирус йоҡтороу ихтималлығына ҡараған хәүефле төркөм менән эшләүсе социаль хеҙмәкәрҙәргә өҫтәлмә түләү ҡарала. Был хаҡта брифинг мәлендә вице-премьер Ленара Иванова хәбәр итте.--Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы учреждениеһына аҡса әле күсергә тейеш. Суммаһын әйтеп тормайым, әммә фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн был лайыҡлы хаҡ,--тине ул.Билдәле булыуынса, 25 март көнө Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәлмә эш хаҡы түләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйғайны.