Бер ҡатын, коронавирустан эшкәртәм тип, 5 меңлек 13 купюра аҡсаһын микротулҡынлы мейестə яндыра.
Микротулҡынлы мейесте тоҡандырып, 65 меңен шунда һала. Купюралар шарт-шорт килə башлай. Электромагнит нурҙары ҡағыҙҙағы металлаштырылған таҫмаларҙы яндырып сығара.
"Еңелсə шок хəлендə булдым. Ә һеҙ ҡасан да булһа микротулҡынлы мейестə аҡсағыҙға дезинфекция үткəргəнегеҙ булдымы?" – тип яҙған ул Инстаграмдағы сəхифəһендə.
Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә берәү ошо ысул менән бер тапҡыр ҡулланыла торған битлекте “эшкәртеп” ҡараған, уның эсендәге металл сым да янып сыҡҡан.