Өфөлә һыу аҫты битлектәрен табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына коронавирустан һаҡланыу өсөн файҙаланасаҡтар. Эшҡыуар Әдил Юлдашев («Чемпион» һәм «Территория 3000» сауҙа селәтре хужаһы) һыу аҫтында йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән 90 битлекте уларға бушлай тапшырасаҡ. « Һыу аҫтында йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән битлек бик герметик. Табибтарға шәхси һаҡланыу өсөн бик етди сара», — тип аңлата «Башинформ»ға Әдил Юлдашев. Ә Александр Улитин 3D-принтерҙа битлек трубкаһынан ИВЛ аппараттарында ҡулланыла торған фильтрға күсергә тәҡдим иткән. Башҡортостандың һәм Иҙел буйы федераль округы баш реаниматологы Константин Золотухин өфөләрҙең уйлап табыуҙары менән танышҡан һәм хупланған. Фото: bashinform.ru