Комсомольск, Миндәк, шулай уҡ ҡаланың дүрт балалар баҡсаларындағы дежур төркөмдәрҙең ҡабул итеү бүлмәләре “ҡайнар томан” ысулы менән дезинфекцияланды.
“Ҡайнар томан” менән ветеринарҙар эш итә. Ике ҡоролмалары бар. Эште артабан киңерәк йәйелдереүгә тотҡарлыҡ - махсус дезинфекция препараттары етмәү икән. Мал табиптары фермаларҙы, башҡа малсылыҡ биналарын эшкәртеү өсөн 3-сө класс хәүефлектә препараттар ҡуллана торған, кеше йәшәгән һәм эшләгән биналарҙа 4-се класс ҡына рәхсәт ителә.
-Ундай препараттарға заказ яһаныҡ, киләһе аҙнала килтерелә икән, үҙебеҙҙең аптека аша һатыр инек, - тип самалай райондың баш ветеринар табибы Радис Таһиров, - Әлбиттә, “ҡайнар томан” эффектлыраҡ, әммә дезинфекция шыйыҡсаһы бар икән, һәр кем баҡса һиптергесе (опрыскиватель) менән дә эш итә ала бит.
Ветеринарҙар ҙа таж-вирус менән көрәшкә егелеү бик өмөтлө күренештер буғай. Эпизоотияларға (малдар араһында йоғошло ауырыуҙар таралыу) ҡаршы тороу буйынса апаруҡ ғәмәли тәжрибәгә эйә бит улар.
“Ҡайнар томан” – зарарһыһландырыу шыйыҡсаһы генератор эсендә юғары баҫым һәм температура йоғонтоһо аҫтында газ (томан) хәлендә тышҡа урғыла. Шыйыҡса тамсылары ныҡ ваҡ булғас, күпмелер ваҡыт болот булып эленеп тора, тирә-йүндәге бөтә тишек-тошоҡтарға үтеп инеп, бар зарарлы микроорганизмдарҙы юҡ итә.