Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2020, 16:34

Киндер бәләһе

Учалы ауылы кешеһе суд алдына баҫтырыла

Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 37 йәшлек яҡташыбыҙҙың өй сарҙағында 22 грамм наркотик – марихуана (киндерҙән яһала) һаҡлауы асыҡлана. Һатыу маҡсатын ҡуймайынса наркотикты алған һәм һаҡлаған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыла (РФ Енәйәт Кодексының 228-се статьяһының 1-се өлөшө). Ярар ҙа, һатып маташыуы асыҡланмай, ул осраҡта яуаплылыҡ бик күпкә ҡатыраҡ булыр ине.
Яҡташыбыҙ ғәйебен таныған, ти, материалдар судҡа йүнәлтелгән.
...Ҡурсаланыу осоронда барыбыҙға ла үҙебеҙҙе айырыуса тәртипле тотор кәрәк!
Читайте нас: