Бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерелеүенсә, үҙаллы изоляция режимы ваҡытында шәхси автомобилдә йөрөргә рөхсәт ителде. Ә бына сауҙа үҙәктәренә барыу, ниндәйҙер мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү һәм ҡатнашыу әле һаман тыйылған. Шула итеп шаршамбынан “Дорога 02” порталы эшләй башлаясаҡ. Граждандар унда теркәлә һәм автомобилдә йөрөү хоҡуғын дәлилләүсе ҡағыҙ ала аласаҡ. Тик сәбәбе булырға тейеш – ерләүгә китеп бараһығыҙ, йәки берәйһе тыуғанда, эшкә барыу өсөн.
Бынан тыш Радий Фәрит улы белдереүенсә, халыҡҡа баҡсаға барыу тыйылмаясаҡ.
- Беҙ яҡшы аңлайбыҙ: күптәр өсөн баҡса бик мөһим. Оҙаҡламай унда сәсеү башланасаҡ. Бер яҡтан баҡсала ла үҙаллы изоляцияға китергә була, икенсенән халыҡҡа сәсеп тауар запасын тулылындырыу мөһим. Тик бөгөндән түгел, ә йома 16.00 сәғәттән баҡсаға барырға рөхсәт ителә, - тине ул.
Бынан тыш шәхси транспорт менән аҙыҡ-түлек алып барырға кәрәк булған яҡын туғандарға барырға рөхсәт ителә. Тик быларҙың һәр береһе өсөн рөхсәт кәрәк. Үрҙә әйтелгәнсә, ҡағыҙҙы махсус порталда алырға була. Баҡсаға килгәндә, бер кеше бер баҡсаға барырға хоҡуҡлы. Күп адрестар теркәргә ярамай. Һәм бер урынға барып килеү өсөн 90 минут ваҡыт бирелә. Һеҙҙең ҡайҙа булыуығыҙ күҙәтеләсәк. Юл инспекторҙары туҡтата һәм рөхсәтте тикшереү хоҡуғына эйә.