Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 17:35

Егеттең анализдары билдәле

“Өфө - Сибай” поезында вахтанан эштән ҡайтып барған егеттең хәле насарланыуы, коронавирусҡа шик булыуы сәбәпле, уны Белорет дауаханаһына һалғайнылар.

“Өфө - Сибай” поезында вахтанан эштән ҡайтып барған егеттең хәле насарланыуы, коронавирусҡа шик булыуы сәбәпле, уны Белорет дауаханаһына һалғайнылар.
Бөгөн Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, сирленең анализы билдәле булған, унда СОVID-19 асыҡланмаған. Пациент әле ҡаланың инфекция дауаханаһында ята, хәле ҡәнәғәтләндерерлек.
Тимәк, вахтанан ҡайтҡан егет менән бер поезда килгән пассажирҙарға борсолорға урын юҡ. Һау-сәләмәт булайыҡ, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: