Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 17:35

"Иремде үлтерҙем, килегеҙ"

Өфө ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын полицияға шылтыратып, "иремде үлтерҙем" тип хәбәр итә һәм фажиғә урынына килергә саҡыра.

2 апрель кис Өфө ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын полицияға шылтыратып, "иремде үлтерҙем" тип хәбәр итә һәм фажиғә урынына килергә саҡыра.
Енәйәт ҡылынған урынға тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Табиптар ҡатындың 37 йәшлек иренең үлемен дәлилләй.
"КП-Өфө" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, ғаилә пары бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Әммә улар табын ҡороп, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуға әүәҫ булған. Сираттағы ғауға мәлендә "шайтан һыуы"нан иҫергән ҡатын ҡулына бысаҡ алып, иренең йөрәгенә сәнскән. Бер ҡаҙауҙа йәмәғәтен теге донъяға оҙатҡан: йорт хужаһы шул урында йән биргән.
Ирен үлтергән ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ҡасмай, йәшенмәй, фажиғәне түкмәй-сәсмәй һүрәтләп бирә. Ул ғәйебен тулыһынса таный.
"Тәфтишселәр тарафынан енәйәт ҡылынған урын ентекле тикшерелеп, төрлө эксперт тикшереүҙәре үткәрелгән. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе менән эш алып барыла, уны һаҡ аҫтына алғандар", - тип хәбәр иттеләр хоҡуҡ һаҡлау органдарының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Cheltv.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: