Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 17:05

ИВЛ аппараттары һатып аласаҡтар

Республика дауаханаларына ошо көндәрҙә 15 яңы ИВЛ аппараты ҡайтарыласаҡ.

Республика дауаханаларына ошо көндәрҙә 15 ИВЛ аппараттары ҡайтарыласаҡ. Медицина ҡорамалдары республика бюджетынан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Шулай уҡ оҙаҡламай федераль үҙәктән медицина кәрәк-ярағы килеүе көтөлә, тип хәбәр итте Бр Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Аппараттарҙы коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауалауға ҡоролған госпиталдәргә урынлаштырасаҡтар. Республика буйынса ауырыуҙарҙы госпитализациялауға өҫтәмә 1651 һәм изоляцияға 1103 урын әҙерләнә.
Радий Хабиров шулай уҡ табиптарҙы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүгә лә иғтибар бирергә ҡушты. "Беҙгә табиптарҙы һаҡларға кәрәк", - тине башлыҡ.
Читайте нас: