Башҡортостанда үҙаллы изоляция режимы ваҡытында ла эшләгән предприятиелар бар ине. Бөгөн уларға йәнә 974 ойошма ҡушылды. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдереүенсә, эштәрен ауыл хужалығы, орлоҡ ташыусы, урман сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш ойошмалары, техник хеҙмәтләндереү предприятиелары, финанс-кредит ойошмалары башлаясаҡ.
- Был ойошмалар етәкселегенә яңы яуаплылыҡ өҫтәлә: улар хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирәсәк. Мотлаҡ рәүештә битлектәр кейергә, ҡулдарҙы эшкәртергә, температураны контролдә тоторға, бинаны дезинфекцияларға кәрәк. Һәр бер хеҙмәткәр йөрөү өсөн махсус пропуск алырға тейеш, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Роспотребнадзор” уларҙа санитар-гигиена талаптарын үтәүҙе тикшерәсәк. Әгәр эпидемиологик хәүефһеҙлек боҙолһа, предприятие эше туҡтатыласаҡ, ә хеҙмәткәрҙәр үҙаллы изоляцияға китәсәк.
Ваҡытлыса эшмәкәрлектәре туҡтатылған предприятиеларҙы өйрәнәсәктәр, исемлектең йәнә үҙгәреүе ихтимал.
Андрей Назаров белдереүенсә, әле республикала иҡтисадҡа ярҙам итеү буйынса бик күп саралар башҡарыла. Мәҫәлән, һалым ставкаларын кәметеү, милеккә һалымдан азат итеү буйынса норматив акттар эшләнә. 10 апрелдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был закон проекттарын ҡараясаҡ. Муниципаль кимәлдә лә бик күп төрлө саралар башҡарыла.
- 9 апрелдән ситуация үҙәге эш башлай, ул бөтә хужалыҡ алып барыусы субъекттар менән тура бәйләнештә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта иҡтисад тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса икенсе саралар пакеты әҙерләнә. Ул апрель аҙағына тиклем әҙер булыр тип күҙаллана. Унда кадастр хаҡын түбәнәйтеү, льготалар, субсидиялар, коммуналь түләүҙәрҙе бүлеп түләү һәм башҡа саралар ҡаралған. Система булдырыусы предприятиелар менән эш дауам итә. Улар әле 425, бәлки исемлек киңәйтелер. Эшҡыуарҙар ҙа дәүләт ярҙамын тоясаҡ, - тине Андрей Назаров.
Был саралар әлеге хәлдән зыян күргән башҡа тармаҡтарға ҡарата ла ҡулланыласаҡ.
- Предприятиеларҙы асабыҙ, иҡтисад һулыш алырға тейеш. Тик кешеләрҙе инфекциянан һаҡларға кәрәк. Банктарҙа ла хәүефһеҙлек саралары тотолорға тейеш. Хәҙер кешеләр коммуналь түләүҙәр түләргә тип китәсәк унда. Дистанция һаҡланырға, дезинфекция үткәрелергә тейеш, кеше бер урында өйкөлмәһен, - тине Радий Хәбиров.