Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 16:55

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостанға ветерандарға торлаҡ һатып алыу өсөн 14 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде

Рәсәй хөкүмәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға фатир һатып алыу өсөн аҡса бүлде.

Рәсәй хөкүмәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға фатир һатып алыу өсөн аҡса бүлде.
Хөкүмәт порталында баҫылған бойороҡта әйтелгәнсә, Башҡортостан Республикаһына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына торлаҡ һатып алыу өсөн 14,86 миллион һум бүленде.
Бойороҡҡа ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына 352,37 миллион һум бирелә. Ил субъекттары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтары һәм яугирҙәренең ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итергә тейеш. Аҡса хөкүмәттең резерв фондынан бүленде.
Башҡортостан бүленгән суммалар күләме буйынса биш төбәк иҫәбенә инде. Ростов өлкәһе — 34,6 миллион, Дағстан — 22,3, Санкт-Петербург — 17,4 һәм Амур өлкәһе 15,8 миллион һум алды.
http://www.bashinform.ru/news/1434577-pravitelstvo-rossii-vydelilo-bashkirii-bolee-14-mln-rubley-na-pokupku-zhilya-veteranam/
Читайте нас: