Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 16:15

Әрем эсегеҙ

Дарыу үләндәре араһында төрлө микробтарға ҡаршы тороу сифаты йәһәтенән әремгә еткән үлән юҡтыр. Ул хатта трихомонада, хламидия, герпес, лямблий, эхинококк инфекцияһы кеүек үтә ҡурҡыныс инфекцияларҙы дауалау һәләтенә эйә. Әрем төнәтмәһе йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, нервыларҙы тынысландыра, аш эшкәртеү процесын көйләй, һимереүгә ҡаршы тора.

Әремде ыуып, ошо массаның аҙ ғына өлөшөн телгә һалып, артынса һыу эсергә мөмкин. Төнәтмә яһау өсөн бер литрлыҡ банкаға йәки термосҡа бер аш ҡалағы әрем һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәгәһенә көн дауамында яртышар стакандан ашар алдынан ярты сәғәт алда эсергә.
Әрем төнәтмәһе ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай. Шулай уҡ аҙ ҡанлылыҡ, ашҡаҙан язваһы һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар мәлендә лә тыйыла, шуға күрә табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Һау-сәләмәт кешеләргә лә төнәтмәне 14 көн – бер айҙан артыҡ эсмәҫкә кәңәш ителә.
Гөлдәр Яҡшығолова
Фото: zdorovenase.ru
Читайте нас: