Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 16:45

Шәфҡәт туташы ла үлтерә икән...

Ниңәлер һуңғы арала республикала ҡатындарҙың ирҙәрен бысаҡ менән сәнсеп үлтереү осраҡтары хаҡында хәбәрҙәр йышайҙы...

Ниңәлер һуңғы арала республикала ҡатындарҙың ирҙәрен бысаҡ менән сәнсеп үлтереү осраҡтары хаҡында хәбәрҙәр йышайҙы...
Ошондай хәл Бөрө ҡалаһында булды. Уның тураһында “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә. 48 йәшлек ҡатын 42 йәшлек өйҙәш ирен бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Был хәл 1 апрелдә үк теркәлгән.
Ир менән ҡатын күңел асып алырға була. Иҫереп алғас, табын боҙола, улар талаша башлай. Ғауға көнләшеү нигеҙендә килеп сыға. Ҡатын түҙмәйенсә ҡулына бысаҡ ала һәм өйҙәшенең йөрәге тирәһенә сәнсә. Уныһына бер сәнсеү етә, шунда уҡ йән бирә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатынды бүлексәгә алып китә. Ул енәйәтен таный. Тәфтиш комитеты ҡатынға ҡарата “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Ул әле һаҡ аҫтында. Шуныһы билдәле, был ҡатын үҙәк ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән.
Әйҙәгеҙ, был ауыр осорҙо түҙемле, лайыҡлы үткәрергә тырышайыҡ, күберәк ваҡытты балаларыбыҙға, яҡындарыбыҙға арнайыҡ.
Фото: scoopnest.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: