Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 16:00

Вирусҡа анализды өйҙән уҡ бирергә була

Роспотребнадзорҙың молекуляр диагностика үҙәге 6 апрелдән үҙендә GOVID -19 вирусы барлығын өй шарттарында тикшертергә теләгәндәргә ярҙам итә аласаҡ.

Роспотребнадзорҙың молекуляр диагностика үҙәге 6 апрелдән үҙендә GOVID -19 вирусы барлығын өй шарттарында тикшертергә теләгәндәргә ярҙам итә аласаҡ. Был маҡсатта белгестәр ғалим-эпидемиологтар тарафынан етештерелгән һиҙгерлеге үтә юғары булған тест-системаны файҙаланасаҡ.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, коронавирусҡа тикшеренеү коммерция нигеҙендә үткәреләсәк. Был осраҡта табиптарҙың медицина күрһәтмәләре кәрәкмәй, уларҙың рөхсәтенән тыш та анализдарҙы өйҙә бирергә мөмкин. Изоляция шарттарында биоматериалды тикшереүгә алыу контактһыҙ башҡарыла.
Үҙәктең күсмә хеҙмәте белгесе диагностика ҡорамалдарын алып килә, ауыҙ ҡыуышлығынан анализды нисек алыу кәрәклеген өйрәтә, инструктаж үткәрә һәм биоматериалды контейнерға һалып тикшереүгә илтә. Һөҙөмтә бер-ике көн эсендә билдәле буласаҡ.
Әлегә хеҙмәттән Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе халҡы файҙалана ала. Оҙаҡламай был мөһим эш башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.
"Башҡортостан" гәзите
Фото:Башинформ.
Читайте нас: