Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 18:00

1200 кеше дауаханала кәмендә ике аҙна үткәрәсәк...

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы тулыһынса карантинға ябылған. Был кәмендә 14 көн дауам итәсәк. Ундағы 1200 самаһы кеше (600 самаһы пациент һәм шул тиклем үк медицина персоналы) бикле ҡала.

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
Әлеге ваҡытта учреждение тулыһынса карантинға ябылған. Был кәмендә 14 көн дауам итәсәк. Ундағы 1200 самаһы кеше (600 самаһы пациент һәм шул тиклем үк медицина персоналы) бикле ҡала. Улар барыһы ла һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, ял урындары булдырылған, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тормош кәрәк-яраҡтарын дауаханаға алып барыу мәсьәләләре хәл ителә. Әйтергә кәрәк, ошо шарттарҙа ла табиптар эштәрен дауам итәсәк.
– Был ике ай самаһы ошо учреждениела дауаланып, ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы сәбәпле ял көнөндә вафат булған оло йәштәге пациенттың үлеменә бәйле. Кисә уның коронавирус инфекцияһына алынған анализы һөҙөмтәһе билдәле булды – ул ыңғай. Әлеге ваҡытта "Роспотребнадзор" менән берлектә ошо пациент менән бәйләнештә булған, уға килеп йөрөгән барлыҡ кешеләр асыҡлана. уларға ҡарата карантин саралары күреләсәк, - тине Максим Забелин.
Министр әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһына анализды, бөгөнгө талаптарға ярашлы, пневмония һәм башҡа киҫен респиратор инфекцияһы билдәләре булған һәр кемдән алалар. Был – мотлаҡ сара. Хроник сирҙәрҙән яфаланған оло йәштәге инәйҙең организмында коронавирус барлығы - барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Әлеге ваҡытта дауаханала пациенттарҙы ҡабул итмәйҙәр. Кемдең был дауаханаға ҡағылышы бар – пациенттарҙан да, персоналдан да коронавирус инфекцияһына анализ алалар. Тиҙҙән уларҙың һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Әйтергә кәрәк, был процедура өс тапҡыр башҡарыла.
Дауаханала ятҡан пациенттар өсөн, карантинға бәйле, дауаланыу осоро бер аҙ оҙонайһа, табиптар араһында ла паника юҡ, уларға психологик ярҙам да күрһәтеләсәк, тип белдерҙе Максим Забелин.
"Башҡортостан" гәзите
Фото: utv.ru
Читайте нас: