Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 13:35

Атай булмай тороп, уны аңламайһың

Һуғышһыҙ, тыныс ваҡытта Советтар Союзының, һуңынан Рәсәйҙең уртаһында йәшәһәк тә беҙ атайһыҙ үҫтек. Юҡ-юҡ, бөтөнләй етем булманыҡ. Атайым да, әсәйем дә һикһән йәштәрен уҙҙырып вафат булдылар. Ә бәләнең төбө бөтөнләй икенсе мәсьәләлә. Беҙҙең атай-әсәйҙәр - һуғыш алды балалары. Ҡәһәрле Гитлер Советтар иленә ябырылғанда уларға ни бары 10-12 йәш булып ҡала. Фронттан алыҫ тылда йәшәһәләр ҙә, аслыҡты ла татырға, кейем-һалымдың етешмәүен дә тойорға тура килә уларға. Барлыҡ үҫтерелгән ашлыҡ фронтҡа оҙатыла. Һәр һуйылған ҡош-ҡорт, мал - окоптағы һалдаттар өсөн. Ҡойолоп ҡалған ҡауырыйҙы йыйып һыҙырып, һарыҡ-кәзәнән алынған йөндән ойоҡ-бейәләй бәйләп Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡандар. Көтөүен дә көткәндәр, һыйыр егеп (аттар - фронтта), ерен дә һөргәндәр, башағын да йыйғандар. Ҡыҫҡаһы, һуғыш алды балаларына нужна ҡамытын бик иртә кейергә тура килә. Ләкин түҙгәндәр, Еңеү бәхетен кисергәндәр.

Һуғышһыҙ, тыныс ваҡытта Советтар Союзының, һуңынан Рәсәйҙең уртаһында йәшәһәк тә беҙ атайһыҙ үҫтек. Юҡ-юҡ, бөтөнләй етем булманыҡ. Атайым да, әсәйем дә һикһән йәштәрен уҙҙырып вафат булдылар. Ә бәләнең төбө бөтөнләй икенсе мәсьәләлә. Беҙҙең атай-әсәйҙәр - һуғыш алды балалары. Ҡәһәрле Гитлер Советтар иленә ябырылғанда уларға ни бары 10-12 йәш булып ҡала. Фронттан алыҫ тылда йәшәһәләр ҙә, аслыҡты ла татырға, кейем-һалымдың етешмәүен дә тойорға тура килә уларға. Барлыҡ үҫтерелгән ашлыҡ фронтҡа оҙатыла. Һәр һуйылған ҡош-ҡорт, мал - окоптағы һалдаттар өсөн. Ҡойолоп ҡалған ҡауырыйҙы йыйып һыҙырып, һарыҡ-кәзәнән алынған йөндән ойоҡ-бейәләй бәйләп Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡандар. Көтөүен дә көткәндәр, һыйыр егеп (аттар - фронтта), ерен дә һөргәндәр, башағын да йыйғандар. Ҡыҫҡаһы, һуғыш алды балаларына нужна ҡамытын бик иртә кейергә тура килә. Ләкин түҙгәндәр, Еңеү бәхетен кисергәндәр.Шулай ҙа Бөйөк Ватан һуғышын йырып сыҡҡандан һуң да хөрриәт тормош башланмай. Ҡырылған-емерелгән илде аяҡҡа баҫтырырға, хужалыҡтарҙы тергеҙергә һ.б кәрәк булған.Мин атайым хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яйлап ултырып тәфсирләп бары-бары тураһында һөйләшергә форсат таптым. Әтейем хәбәрҙә тоғоноң һис ваҡытта ла төбөнә төшмәй ине. Шуға күрә күберәк үҙемдең күҙәтеүҙәргә, яһаған һығымталарға таянырға тырышам.Иҫ белә башлағандан атайымдың өйҙә оҙаҡлап ултырғанын хәтерләмәйем. Мин йоҡо сүлмәген тултырып торғанда атайым өйҙәге малдарын тәрбиәләп фермаға китеп өлгөрөр ине.Төшкө ашҡа ҡайтҡанда ла яйлап ултырыу юҡ. Әсәйем менән бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшеп өлгөрәләрме-юҡмы, малдарын ҡарап, тиҙәген юл ыңғайы түгеп китергә тип фермаһына сығып та китә. Беҙ, балалары, ҡул аҫтына кереп эшкә ярай башлағас, бәлки, мәшәҡәте кәмегәндер ҙә. Тик эшкә мөкиббән әҙәм түҙеп өйҙә ултыра буламы? Йәй көндәре бер тәүлек көтөү көтөп ҡайтҡас атайымдың ҡул ҡаушарып ултырғанын хәтерләмәйем. Баҡсаһын да ни аралалыр тәрбиәләп өлгөрөр ине, кемдәргәлер бура бурарға булышты, кемгәлер мейес сығарҙы. Үҙебеҙҙең өй артындағы тауға күтәрелһәң күрһәтер ине: "Теге ағайыңдың өй башын Хәйретдин ҡустым менән ябып бирҙек. Әнә, теге өйҙөң иҙән-түшәм таҡталарын беҙ ике ҡуллы йышҡы менән эшкәрттек. Ярты ауылға булмаһа ла, байтаҡ өйҙәрҙә минең мейескә йылыналар әле". Һүҙемдең башында беҙ атайһыҙ үҫтек тигәйнем. Әммә ләкин атайымдың атай булыуында үҙ әтнәкәһе бар икән. Ҡулдан тотоп эшкә өйрәтмәһә лә, белмәгәнде ҡыйыш эшләгәндә яза бирмәһә лә, кәкре-бөкрө тип эшеңә кире баһа ҡуймаһа ла, атайым үҙенсә көслө тәрбиәсе-остаз булған икән. Бәлки һуғыш мәхшәрен тойоп, әсеһен-сөсөһөн татып, булырҙыҡтың бар нужаларын кисереп, беҙҙе, балаларын, шуларҙан арындырырға теләгәндер. Хәҙерге матур тормошта ғына түгел, һуғыш аҙағы ҡазаларына бирешмәй, йәшәйеште дауам итәм тип, илем, халҡым тип, балаларҙың һаулығы, киләсәге яҡты һәм имен булһын өсөн туҡып-тылҡымай ғына әйтә белгән атайым.Марат СӘҒИТОВ.Рысай ауылы.
Читайте нас: