Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 18:20

Эх, һин, күңелһеҙем һин минең! Хикәйә. Беренсе өлөш.

Дилә менән Азат икеһе бер университетта уҡынылар. Бер төркөмдә, хатта бер ярым төркөмдә. Азаттың атаһы – хәлле генә кеше – улының уҡыуын, тәртибен даими тикшереп торҙо. Өфөгә йыш йөрөй, ятағында булырға ла өлгөрә, уҡыған корпусынан килеп табыуҙан да тартынмай. Бер йыл үткәндән һуң, улына уҡыу йортоноң эргәһенән генә бер бүлмәле фатир алып бирҙе. Дилә уның барлығына иғтибар ҙа итмәҫ ине, әгәр икеһенә бер эш йөкмәтмәһәләр. Ирекмәндәр хәрәкәтенең таралған сағы, баш ҡаланың шәхси йорттар урынлашҡан биҫтәһендә яңғыҙ әбейҙәрҙе табып, уларға ярҙам итергә кәрәк икән. Шунда Нина исемле әбей менән таныштылар. Артыҡ эш ҡыйратманылар инде, Азат баҡсаһын, биләмәһен таҙартты, артыҡ әйберҙәрен сүп-сар ташлай торған ергә алып барҙы, ә Дилә, ең һыҙғанып, өйҙә эшләне. Әбейгә ярҙам бик оҡшаны, икеһенә лә сәй эсерҙе, хушлашҡанда: “Тағы килегеҙ”, – тип тороп ҡалды...

Дилә менән Азат икеһе бер университетта уҡынылар. Бер төркөмдә, хатта бер ярым төркөмдә. Азаттың атаһы – хәлле генә кеше – улының уҡыуын, тәртибен даими тикшереп торҙо. Өфөгә йыш йөрөй, ятағында булырға ла өлгөрә, уҡыған корпусынан килеп табыуҙан да тартынмай. Бер йыл үткәндән һуң, улына уҡыу йортоноң эргәһенән генә бер бүлмәле фатир алып бирҙе. Дилә уның барлығына иғтибар ҙа итмәҫ ине, әгәр икеһенә бер эш йөкмәтмәһәләр. Ирекмәндәр хәрәкәтенең таралған сағы, баш ҡаланың шәхси йорттар урынлашҡан биҫтәһендә яңғыҙ әбейҙәрҙе табып, уларға ярҙам итергә кәрәк икән. Шунда Нина исемле әбей менән таныштылар. Артыҡ эш ҡыйратманылар инде, Азат баҡсаһын, биләмәһен таҙартты, артыҡ әйберҙәрен сүп-сар ташлай торған ергә алып барҙы, ә Дилә, ең һыҙғанып, өйҙә эшләне. Әбейгә ярҙам бик оҡшаны, икеһенә лә сәй эсерҙе, хушлашҡанда: “Тағы килегеҙ”, – тип тороп ҡалды.
Ҡайтышлай Салауат һәйкәле аша үттеләр. Ямғыр яуып ебәрҙе. Азат ҡыҙҙы ҡосағына алды. Егет шаяртып ҡына:
– Һинең һымаҡ матур ҡыҙҙың кавалеры барҙыр ул? Килеп сыҡһа, көнләшмәҫме? – тигән булды.
– Юҡ, яңғыҙмын, һинең һымаҡ, – тине Дилә.
– Әйҙә, улайһа, миңә кереп, сәй эсәйек, – тине егет ҡалтырана-ҡалтырана, тәүге тапҡыр бүлмәһенә таныш ҡыҙҙы саҡыра бит. Дилә өндәшмәне, көлөп кенә ҡуйҙы:
– Һин фатир яллайһыңмы? – тип һораны.
– Эйе, – тине егет.
Донъя хәлен белеп булмай, Диләне өйҙәш иткәндә, шәп булыр ине... Үткәнендә маршруткала бер егеттең ләпелдәгәнен тыңлап барғайны. “Атай менән әсәй фатир алып бирҙе, бер бүлмә. Людканы саҡырҙым, бергә йәшәйбеҙ. Алдан уҡ әйтеп ҡуйҙым – фатирҙы яллайым, – тинем. Корпоративно унар һумдан түләйбеҙ. Фатир хаҡын да түләй, яллаған өсөн дә түләй”, – тип маҡтанып килгәнен ишеткәйне. Яңы Йылға урын кәрәк булғас, байрамды төркөм менән Азаттың фатирында үткәрҙеләр. Уның фатир яллауына бөтәһе лә ышанды.
Диләне фатирына тағы бер саҡырҙы. Һаҡ ҡына килеп керҙе һәм фатирҙың ни хәлдә икәнлеген күргәс: “Уф”,– тип ҡуйҙы ҡыҙ.
– Һин хәҙер магазиндан картуф, он, ит алып кил, ә мин өйөңдө йыйыштырып алам, – тине ҡыҙ.
Еңдәрен һыҙғанып, шунда уҡ эшкә тотондо, Азатты магазинға ҡыуҙы. Азат бер сәғәттән магазиндан ҡайтыуға, өйҙөң аҫты өҫкә килгәйне. Ҡыҙ ишек төбөнән дә үткәрмәне. – Һиңә ике сәғәт ваҡыт, теләгән ереңә бар, ә 120 минуттан һуң – ҡайтырһың, ¬– тип күрһәтмә бирҙе. Тәғәйен ваҡыт үткәндән һуң, Азат ҡайтып инһә, бер бүлмәле фатир танырлыҡ та түгел ине. Йыйыштырған, йыуған, етмәһә, бәлеш бешеп ултыра. Шунан һуң икәүләп ултырып ашанылар, Дилә йүгереп йөрөп тағы йыйыштырҙы. Быларҙың барыһын да ул өйрәнгән хәрәкәттәр менән еңел генә итеп, анһат ҡына башҡарҙы.
– Ғәфү ит, Азат, мин шулай инде, йыйыштырынырға, бешеренергә яратам. Өйгә ҡайтһам, әсәйем аш бүлмәһенән сығара алмай, – тине. Белмәҫһең: әллә маҡтанды, әллә зарланды.
– Мда, - тине эстән генә егет. – Был үҙен рекламалай түгелме һуң? Быныһы артыҡ булмағайы. Кәрәге булырмы икән? Эх, берәр шарап алырға булған. Быны маҡтай-маҡтай әүрәткәндә, шәп булыр ине.
– Ярай, – тине ҡыҙ, – трамвайҙар йөрөгән арала, мин ҡайтайым.
– Ниңә? – тине егет ҡыйыуланып? – Ҡалмайһыңмы?
– Нисек ҡалайым? Ҡуна тиһеңме? Юҡ инде, егет. Беҙҙең мөнәсәбәттәр ундай аҙымдарға дәғүә итмәй.
– Бына һиңә мә! Улайһа, оҙатып ҡуям.
Оҙатып ҡуйҙы. Шулай итеп, биш йыл ғүмер үтте лә китте. Байтаҡ йыйыштырҙы был фатирҙы Дилә. Азаттың: “Эх, бәлешеңде һағындым”, – тип ишаралауы була, килә лә етә. Уҡып бөттәләр, икеһе лә Өфөнән эш тапты. Дилә үҙенә фатир ялланы. Аптырағас, Азат: “Әйҙә, миңә кил, фатирҙы үҙем түләйем”, – тине. Ҡыҙ тағы яңғыратып көлдө лә: “Ғәфү ит, Азат, мин әҙер түгел”, – тине.
– Быны нисек аңларға?
– Нисек теләйһең, шулай аңла. Мине әсәйем генә тәрбиәләне, ул минең өсөн бик борсола. Уны хафаландырғым килмәй, – тине ҡыҙ.
– Бәлки миңә өйләнергәлер? – тине егет. Быныһын ул һынар өсөн өндәште.
– Мин һиңә кейәүгә сығырға дәғүә итмәйем, – тине ҡыҙ. – Белмәйем, һиңә ниндәй ҡыҙҙар оҡшайҙыр. Йоҡлап йөрөү өсөн генә миңә егет кәрәкмәй. Мин һиңә кейәүгә сығырға дәғүә итмәйем. Сөнки әле һинән тәҡдим булманы, мин уны ишетмәнем.
Һине лә, үҙемде лә ирекле һанайым, – тине...
Ф. Ильясова.
Читайте нас: