Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 13:00

Ферма янған

Бөгөн төндә Саҡмағош районында малдар торған ферма янған.

Фажиғә урынына шундуҡ янғын һүндереүселәр ебәрелә, ут һарайҙың түбәһен ялмап ала. Фермала был мәлдә 50 баш эре мөгөҙлө мал торған була. Янғын һүндереүселәргә "ҡыҙыл әтәс" менән оҙаҡ көрәшергә тура килә, етмәһә, янғынды һүндерергә көслө ел ҡамаусалай. Шулай ҙа утты ауыҙыҡлай алалар. Һөҙөмтәлә янғында 10 баш эре мөгөҙлө мал, 11 баш ваҡ мал, бер ат һәм 200-ҙән ашыу бройлер һәләк була. Кешеләр зыян күрмәй. Әле янғындың сәбәптәрен асыҡлайҙар
Читайте нас: