Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 12:55

Хәүефләнергә урын бар

Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында коронавирус таралыуы ихтимал тип хәүефләнәләр

Өфө дауаханаһында коронавирус таралыуы ихтимал тип хәүефләнәләр. Биш хеҙмәткәр һәм ике пациент дауаханаға һалынған.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының биш хеҙмәткәре һәм ике пациент йоғошло сирҙәр дауаханаһына оҙатылған. Әлегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған. Уларҙан коронавирусҡа анализ алғандар. Ике табиптың анализары коронавирусты күрһәтмәгән, ҡалғандарының һөҙөмтәләр әҙер түгел.«Пациенттарҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек», — тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.Башҡа медперсонал карантин ваҡытында штат режимында эшләй. Бөтә бүлексәләрҙә лә дезинфекция үткәргәндәр. Республика клиник дауаханаһы әлегә яңы пациенттар ҡабул итмәй.
"Башҡортостаным" яңылыҡтары
Читайте нас: