Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 13:14

Карантинда ла буш ятмайыҡ, эҙләнәйек!

Короновирус таралған ваҡытта өйҙән сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр. Шул өйҙә ултырғанда сайттарға инеп һуғышта ҡатнашҡан үҙебеҙҙең атай- олатайҙарыбыҙҙы эҙләй алабыҙ.

Сәғиҙә ҡәртнәйем Сәфәр ауылында Миңзифа һәм Ҡаһир Кәримовтар ғаиләһендә тыуған. 1935 йыл Һәйтәк ауылына килен булып төшә. Мин бала саҡта йыш ҡына уның бер туған ҡустыһы Әҡсән тураһында һөйләгәнен ишеткәнем булды. Ҡустыһы ла Һәйтәккә килеп төпләнгән була, колхоз көтөүен көтә . 18 йәше тулғас, Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғыштан яраланып ҡайта: ярсыҡ тейеп баш һөйәгенең бер өлөшөн алып китә. “Лепке буйы юҡ, мейеһе, ҡан тамырҙары беленеп тора ине”,- тип һөйләй торған ине ҡәртнәйем. Әҡсән бер аҙ ауылда йәшәп алғас, Ҡаҙаҡстанға эшкә сығып китә лә юғала. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем көттө ҡәртнәйем ҡустыһын. Берәй хәбәр килмәҫ микән, тип йәшәне.
Хәҙер интернет селтәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға була, һәм мин дә Әҡсән бабайымды эҙләп ҡарарға булдым. «Память народа», «Подвиг народа», «ОБД Мемориал», «Бессмертный полк» тигән сайттарҙа инеп ҡараным. Шуны ла иҫтә тотҡан инем: Әҡсән исеме русса Аксан, Ахсан һәм башҡаса яҙылған булыуы мөмкин.Күп кенә эҙләнгәндән һуң, ниһайәт «Память народа» тигән сайтта уңыш йылмайҙы: мин кәрәкле мәғлүмәттәрҙе таптым. Шунда түбәндәгеләр асыҡланды:
Каримов Аксен Кагирович тип бирелгән, 1925 йылғы, башҡорт, партияһыҙ. Учалы РВК-һынан 1943 йылдың февралендә хәрби хеҙмәткә алынған. Икенсе Балтика буйы фронты составындағы 22 Уҡсы Дивизияһының 67-се Уҡсы полкта хеҙмәт итә. Украина, Белоруссия, Латвияны азат итеүселәр исемлегендә. Рига операцияһында ҡатнаша. Фаразлауымса, шунда икенсегә ауыр яра ала. Беренсе тапҡыр сағыштырмаса еңел яраланған булла ул.
Наградной листта шулай тип яҙылған: «Красноармеец КАРИМОВ в боях ЗА РОДИНУ участвует с августа 1943 года ( под Мелитополем, Митавой и др). В последнем бою перед ротой была поставлена задача занять населенный пункт и держать его до подхода основных наших сил. Задача была выполнена. В этом бою тов.КАРИМОВ в числе первых ворвался в населенный пукт, гранатой уничтожил пулеметный расчет противника, чем обеспечил успех роты.
При выполнени боевого задания 4 октября 1944 года был тяжело ранен в голову.
Тов. КАРИМОВ ДОСТОИН ПРАВИТЕЛЬСТВЕННОЙ НАГРАДЫ МЕДАЛИ «ЗА ОТВАГУ».
Начальник ЭГ- 1968 майор м/с СИРОТА.
Зам.начальника ПО П/Ч майор Горобей.
28 октябрь, 1944 йыл.
Награжден Приказом № 159/н от 4 ноября 1944 года».
Әҡсән бабай Латвияла Крустпилста урынлашҡан 1968- се эвакогоспиталдә дауалана. Ул госпиталь 1944 йылдың 1 октябренән алып 1945 йылдың 1 июленә тиклем эшләй.
Һәйтәк ауылынан барыһы 51 кеше фашистарға ҡаршы яуға китә, шуларҙың 21-е ил азатлығы өсөн башын һала. Һуғышта ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ауылда ҡуйылған обелискылағы исемлектә Каримов А.К. фамилияһы ла уйылып яҙылған.
Сәфәр ауылында йәшәгән Кәримовтар нәҫеленән ағай- энеләр ҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Мәҫәлән, Кәримов Динисламдың егерме бер йәшлек улы Солтанғәли 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Динисламдың икенсе улы Әҙһәм 350-се Уҡсы Дивизияһының 1178-се Уҡсы полкында хеҙмәт итә, сержант, отделение командиры була. 1944 йылдың 22 февралендә, егерме йәшендә, Чернигов өлкәһендә һәләк була. Кәримов Маҙһар Мөхәмәтйән улы 273-сө Уҡсы Дивизияһының 971-се Уҡсы полкында хеҙмәт иткән була. 1943 йылдың 15 декабрендә 18 йәшендә генә Белоруссияның Гомель өлкәһе Стрешинск районы, Пудимов ҡасабаһы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала.
Бөтә ил күргәнде бөтәбеҙ ҙә күтәрҙек, тип әйтә торған ине ҡәртнәйем. Яу ҡырында ла, тылда ла халыҡ берҙәм дошманға ҡаршы көрәшкән.
Короновирус таралған ваҡытта өйҙән сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр. Шул өйҙә ултырғанда сайттарға инеп һуғышта ҡатнашҡан үҙебеҙҙең атай- олатайҙарыбыҙҙы эҙләй алабыҙ. Эҙләргә ваҡыт, уйланырға сәбәп бар: Учалы районы хәрби комиссариатынан бөтәһе 13 437 кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шуларҙың 6671-е һәләк була, яраланып үлә йә хәбәрһеҙ юғала тип әйтелгән «Память. Башкортостан. Том 18» китабында. «Они вернулись с Победой» китабының 18 Томында 2452 кеше генә тере ҡайтҡан тип яҙылған. Еңеү менән ҡайтҡан 4314 яҡташыбыҙ исемлеккә инмәй ҡалған, сөнки мәғлүмәт күбеһенсә 1985 йылда иҫән булған ветерандар исемлегенә таянып төҙөлгән була. Кемдәр һуғыш бөтөү менән үлгән, пропискаһын үҙгәрткән- улар китапҡа инмәгән. Эҙләнеү, шул исемлекте тулыландырыу- беҙҙең бурыс!
Шаһиев Фәнүр, тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас: