Яйыҡ
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 12:45

Рәсәй буйынса иң ҡиммәт ҡарабойҙай – Башҡортостанда

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда Башҡортостанда ҡарабойҙай нығыраҡ ҡиммәтләнгән.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда Башҡортостанда ҡарабойҙай нығыраҡ ҡиммәтләнгән. Мартта ярмалар батшабикәһенең хаҡы 13,8% артҡан. Алтай крайында ла шундай уҡ хәл.
Бынан тыш, илдең барлыҡ субъекттарында ла шәкәр ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ белгестәр тауыҡ итенә, онға һәм макаронға яҡынса ике процентҡа хаҡ артыуын билдәләгән. Һыйыр ите, сусҡа ите, балыҡ, консервалар, тоҙ, борсаҡ, фасоль һәм һоло ярмаһы 1,1%-1,6% ҡыйбатланған.
Миҙгелгә бәйле помидорға (14,9%), кишергә (9,4%), һарымһаҡҡа (8,9%), лимонға (7,8%) хаҡтар күтәрелгән. Ҡыяр (16,4%) һәм әфлисундар (2,5%) арзанайған.
http://www.bashinform.ru/news/1434967-samoe-bolshoe-udorozhanie-grechki-po-rossii-nablyudaetsya-v-bashkirii-rosstat/
Читайте нас: