Яйыҡ
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 10:30

Яҙғы сәсеү ике аҙнаға алдан башлана

Шул уҡ ҡуйыртылған һөт буйынса хәлдең айышына төшөнәйек. Ни өсөн беҙ мәктәп уҡыусыларын уның менән тәьмин итә алмайбыҙ? Ҡайҙа беҙҙең макарондар? Беҙ уны етештерергә өйрәнә алабыҙмы? Юҡ икән, ярар, башҡа нимә етештерәйек, - тине Радий Хәбиров.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сәсеүгә әҙерлек темаһы ҡаралды.
- Быйыл яҙғы сәсеү эштәре ике аҙнаға алдараҡ башлана. Ҡайһы бер райондарҙа 24 марттан һөрөү эштәре башланды, күп йыллыҡ үләндәр туҡландырыла, 30 марттан ҡышҡы культуралар туҡландырыла, дым ябыла. Республика аграрийҙары орлоҡ менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ запас бар, - тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Быйыл республикала өс миллион гектар майҙан сәселәсәк. Был былтырғы менән сағыштырғанда биш процентҡа күберәк. Министр белдереүенсә, быйыл ҡышҡы культуралар 136 мең гектарға күберәк сәселгән, ҡарабойҙай өсөн баҫыуҙар 100 мең гектарға арттырылған.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса ҡышҡы культураларҙың һәләк булыуы 6-8 процент тәшкил итә. Бының сәбәбе – көҙ көнө орлоҡтарҙың сибек булыуы, дымланыуы һәм һыуланыуы, шулай уҡ технологияларҙы үтәмәү. Дөйөм алғанда һауа шарттары ҡышты үткәреү өсөн ҡәнәғәтләндерерлек булған. Тик ҡуйылған бурыстарҙы бөтә райондар агрономдары ла теүәл үтәй алмаған.
Быйыл миҙгел баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн 80 мең тонна минераль ашлама талап ителә. Әле кәрәк булған күләмдең 55 проценты һатып алынған. Шул уҡ ваҡытта ашламалар һәм һаҡлау саралары өсөн хаҡтың 15 процентҡа артыуы күҙәтелә. Барлығы сәсеү эштәрен үткәреү өсөн 13,55 миллиард һум аҡса талап ителә. Был былтырғы менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында республика етәкселеге тармаҡҡа өҫтәмә 1,8 миллиард һум аҡса бүлгән. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, министрлыҡ хәлде контролдә тота.
Радий Хәбиров был шарттарҙа ауыл хужалығын эшкәртеүҙе әүҙемерек үҫтерергә ҡушты.
- Эшкәртеү буйынса программа ҡабул итергә кәрәк. Яҡынса аналитик эш башлағыҙ. Иҡтисади хәлде күҙ уңында тоторға кәрәк, тик эшкәртеү булырға тейеш. Ай дауамында тәҡдимдәрегеҙҙе көтәм. Шул уҡ ҡуйыртылған һөт буйынса хәлдең айышына төшөнәйек. Ни өсөн беҙ мәктәп уҡыусыларын уның менән тәьмин итә алмайбыҙ? Ҡайҙа беҙҙең макарондар? Беҙ уны етештерергә өйрәнә алабыҙмы? Юҡ икән ярар, башҡа нимә етештерәйек. Тап эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү программаһын башлағыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас в