Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 18:00

Эх, һин, күңелһеҙем һин минең! Хикәйә. Икенсе өлөш.

Диләнең аптыранып йөрөүенә эшендә лә иғтибар иттеләр. Иң тәүҙә Хаят тотоп алды.– Һиңә ни булды, бик күңелһеҙ йөрөйһөң, – тине ул Диләнең күҙенә туп-тура ҡарап.– Булманы, – тине ҡыҙ. – Әллә берәй нәмә булырға тейеш инеме?– Юҡ, юҡ, – тине аҡланғандай Хаят. – Бик уйланып, кәйефһеҙ йөрөйһөң. Әйт дөрөҫөн, егетең ташланымы? Ирең сығып киттеме?– Ниндәй ир, ниндәй егет һөйләйһең, апай? Мин кейәүҙә түгел.– Ошо йәшкә етеп, һаман кейәүгә сыҡманыңмы? Әллә бер кемең дә юҡмы?– Юҡ, булғаны ла юҡ.– Ужас! – Хаяттың күҙҙәре шаҡмаҡланды. – Ошо йәшкә етепме?– Әлләсе, – тип аптыранды ҡыҙ. – Быға тиклем йәшәнем бит. Бынан һуң да йәшәрмен әле.Хаят көлдө лә, уны эргәһенә ултыртты.– Һөйлә, һылыуым, эсеңдә тотма. Сер кешене сирләтә ул. Бәлки файҙам тейер, кәңәш бирерман. Йә, һөйлә...

Диләнең аптыранып йөрөүенә эшендә лә иғтибар иттеләр. Иң тәүҙә Хаят тотоп алды.
– Һиңә ни булды, бик күңелһеҙ йөрөйһөң, – тине ул Диләнең күҙенә туп-тура ҡарап.
– Булманы, – тине ҡыҙ. – Әллә берәй нәмә булырға тейеш инеме?
– Юҡ, юҡ, – тине аҡланғандай Хаят. – Бик уйланып, кәйефһеҙ йөрөйһөң. Әйт дөрөҫөн, егетең ташланымы? Ирең сығып киттеме?
– Ниндәй ир, ниндәй егет һөйләйһең, апай? Мин кейәүҙә түгел.
– Ошо йәшкә етеп, һаман кейәүгә сыҡманыңмы? Әллә бер кемең дә юҡмы?
– Юҡ, булғаны ла юҡ.
– Ужас! – Хаяттың күҙҙәре шаҡмаҡланды. – Ошо йәшкә етепме?
– Әлләсе, – тип аптыранды ҡыҙ. – Быға тиклем йәшәнем бит. Бынан һуң да йәшәрмен әле.
Хаят көлдө лә, уны эргәһенә ултыртты.
– Һөйлә, һылыуым, эсеңдә тотма. Сер кешене сирләтә ул. Бәлки файҙам тейер, кәңәш бирерман. Йә, һөйлә.
– Нимәһен һөйләйһең инде, апай, егетем бар һымаҡ, мине саҡыра...
Хаят ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто.
– Туҡта, асыҡлайыҡ. Йоҡлап йөрөйһөгөҙмө?
Дилә уңайһыҙланды, ҡып-ҡыҙыл булды.
– Юҡ әлбиттә, ни эшләп мин уның менән йоҡларға тейешмен?
Ҡатындың күҙҙәре нығыраҡ шаҡмаҡланды. Тирә-яғына ҡаранды.
– Йоҡламайым, тиһеңме? Ужас! Ужас! Улай булһа, һин кемгә кәрәк? Кемгә тип һаҡлайһың? Һиңә нисә йәш әле? 23? Мин был йәштә ике бала тапҡайным.
Дилә аптыранды.
– Ни эшләп ҡарайым икән, апай?
– Фатиры бармы?
– Фатир яллап тора.
– Машинаһы бармы?
– Әлегә юҡ.
Хаят бышылдауға күсте.
– Фатирына бар, һуңланым, тегеләй-былай, тип ҡунырға ҡал. Ҡаршылашма, теләһә нимә эшләтһен, ҡулынан килгәнсә. Эх, һылыуым, үҙеңде әрәм итеп йөрөйһөң...
Дилә оялды, ҡыҙарынды, күрмәйҙәрме, тип тирә-яҡҡа ҡаранды.
– Мин улайтып уйламайым, – тип аҡланды.
– Егет кенәңде әйтер инем инде, – тине Хаят. – Шулай бешмәгәнме ни? Үәт, мәмәй ауыҙ!
– Юҡ, – тип егетен яҡланы Дилә. – Үҙе ҡыйыу, спортсы, машина алырға йөрөй.
– Алырға йөрөй, алырға йөрөй... Атаһы алып бирәлер инде. Бик иркә түгелме?
– Оҡшамаған.
– Ана, күрәһеңме Вераны, – тине Хаят, яңы ғына килеп кергән ҡатынға күрһәтте. – Кәйефе шәп.
– Ниңә шәп?
– Төшкө аш мәлендә өсөнсө цехҡа барып килде. Унда бүлмәһендә баш механик көтөп ултыра. Төшөндөңмө?
Әмәлгә ҡалғандай, Вера күңелле итеп йырлап ебәрҙе.
Икенсе көнөнә Диләгә Мансур килеп өндәште.
– О, Делочка, Делочка! Ҡайһылай матурланғанһың, – тип маҡтаны, ҡосаҡлап, сикәһенән үбеп алды. – Бөгөн ваҡыт яғы нисек? Мин һине могу оҙатырға.
– Ә ниңә һеҙ мине оҙатырға тейеш? – тине Дилә. – Минең оҙатыусым да, ҡаршылаусым да бар.
– Юҡ, мин һине үпкәләтергә теләмәгәйнем, – тине ир. – Бик хәсрәтле йөрөйһөгөҙ. Мин ярҙам итә алам.
– Ҡатынығыҙға ярҙам итегеҙ, – тине Дилә уҫал ғына итеп.
– Борсолма, – тине тегеһе асыуланып. – Минең ҡатыным борсолоп, хәсрәтләнеп йөрөмәй.
– Отвали! – тине лә Дилә ир эргәһенән китеп барҙы.
Төн сыҡҡансы хәбәр таралып та өлгөргән икән. Ҡайҙан Хаятҡа ышанып һөйләнде. Ул арала булмай, хәле бөтөп, Хаят килеп инде һәм Диләне ҡосаҡлап алды.
– Ҡара әле, мин һиңә бер шәп ир таптым. Уныҡы булһаң, бер мәшәҡәтең дә ҡалмаясаҡ. Балда-майҙа ғына йөҙәсәкһең...
– Рәхмәт, Хаят апай, – тине ҡыҙ уның ҡосағынан ысҡынып. – Ул килеп, йәбешеп ҡараны инде, мин уны ҡыуалап ебәрҙем.
– Зря, – тине Хаят. – Зря. Һуңынан үкенергә тура килмәгәйе. Әгәр былай барһа, Мансур һиңә көн күрһәтмәйәсәк.
– Ҡарарбыҙ, – тине Дилә. – Кем кемгә көн күрһәтмәҫ икән...
ф. Ильясова
Читайте нас: