Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 10:45

Мышыларҙы атҡандар

ЮХХДИ инспекторҙары Бөрйән менән Белорет райондары сигендә ике ата мышыны атыу осрағын асыҡлаған. Ҡулға алынған браконьерҙарҙан һорау алына, полиция тикшереү эше алып бара. Тәртип боҙоусыларҙың мылтығын таптып алғандар.

Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре, хайуандар донъяһына 800 мең һум күләмендә зыян килтерелгән, тип белдерә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – әле һунар миҙгеле ябыҡ.
Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, “Экология” милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул йәшел ҡалҡанды ғына түгел, ә хайуандар донъяһын һаҡлауҙы ла үҙ эсенә ала.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: