Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 11:54

Айырым категория уҡыусыларға “ҡоро паек”тар иртәгәгә генә таратыла башлай!

Ә интернетта, “аҙ бирәләр!” - тип ғауға күтәрелгән дә инде ни заман.... Ялғанға ышанмағыҙ.

Коронавирустан ҡурсаланыу режимы сәбәпле уҡыусы балалар дистанциялы уҡыуға күсте.
Мәктәптә ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителгән уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелә башлаясаҡ ошо көндәрҙә.
Был турала Учалы мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова һөйләгәндәрҙе гәзиттә ентекләп бирербеҙ. Әммә әленән үк айырым моменттарҙы асыҡларға кәрәктер. Юғиһә, беҙҙең Учалыға ла һылтанып, интернетта, “аҙ бирәләр!”, - тип ғауға күтәрелгән дә инде..... Шулай итеп:
-йыйылмалар иртәгә-иртәнән һуңға ғына таратыла башланасаҡ, әле мәктәптәргә ташыйҙар, бүләләр;
-әлегә тиклем бушлай туҡланған категорияларға ғына “ҡоро паек” ҡаралған – күп балалы һәм шул уҡ ваҡытта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләр. Беҙҙең районда ундайҙар 2 мең тирәһе;
-биш уҡыу көнөнә бер комплект бер юлы тапшырыла. Уның эсенә ярма, макарон изделиеһы, көнбағыш майы, һуттар һәм башҡа инә. Күп балалы һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә паек бер күләмдә һәм ассортиментта түгел. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә күберәк һәм төрлөрәк
-нимәлер белешеп йөрөүҙең кәрәге юҡ, ата-әсәләргә телефон аша СМС аша ҡайҙа, ҡасан килергә икәнлеге хәбәр ителәсәк.
Читайте нас: