Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 10:45

ИВЛ ҡорамалдары килде

Республикала госпиталләштереү өсөн өҫтәмә 1651 урын һәм изолятор өсөн 1103 урын әҙерләнә. Был урындарҙы булдырыу өсөн башҡа дауаханалар ваҡытлыса профилен үҙгәртеп торасаҡ.

Республикала госпиталләштереү өсөн өҫтәмә 1651 урын һәм изолятор өсөн 1103 урын әҙерләнә. Был урындарҙы булдырыу өсөн башҡа дауаханалар ваҡытлыса профилен үҙгәртеп торасаҡ.
Был аҙнала Башҡортостанға 15 яңы ИВЛ аппараттары киләсәк. Улар республика бюджеты иҫәбенә алынған. Бынан тыш яҡын арала федераль бюджет аҡсаһына алынған ҡорамалдар ҙа килеп етергә тейеш.
- Әлеге ваҡытта медицина персоналын федераль ведомство талап иткән нормативтар буйынса уҡытыу алып барыла. Кәрәкле дарыуҙар һәм шәхси яҡлау әйберҙәренән торған запас булдырылды, - тине министр.
Радий Фәрит улы Максим Забелинға табиптарҙы яҡлау саралары менән тәьмин итергә ҡушты. “Беҙгә табиптарҙы һаҡларға кәрәк”, тине ул.
Фото: itarmed.org
Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/15-IVL-oramali-kilde-204849/
Автор: Мунира Аглиуллина.
Читайте нас: