Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 10:35

Онкология үҙәге яңы шарттарға ҡулайлашты

Тулы үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына күсерелһә лә, республика онкология үҙәге эшмәкәрлеген элеккесә дауам итә. Планлаштырылған операциялар көн һайын үткәрелеп тора. Ошо көндәрҙә хирургтар 64 йәшлек пациентҡа колоректаль яман шешкә операция яһаны.

Радикаль хирургия әмәле шеште тулыһынса алып ташларға мөмкинлек бирә. Бәләкәй уйым ярҙамында яһалған операциянан һуң кеше тиҙерәк һауыға, йәһәтерәк аяҡҡа баҫа. Яңынан киҫкен хәл тыумаһын өсөн пациентҡа химия терапияһын үтергә кәрәк.
Бөгөн республика онкология диспансерында иҫәптә 86 мең ауырыу тора, йыл һайын 13 мең тирәһе сир осрағы асыҡлана. Скрининг та элекке режимда үткәрелә, көнөнә яҡынса 50 процедура тирәһе. Илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле, тәүге диагностика дистанцияла рәүешендә үткәрелә. Көн һайын табиптар 100-ҙән ашыу заявка ҡабул итә, улар бөгөн икеләтә көсөргәнеш менән эшләй, сөнки апрель урталарында пациенттар ағымы көсәйеүе ихтимал.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, илдә онкология сирҙәрен иртә диагностикалау һәм үлем осраҡтарын кәметеү - етди мәсьәләләрҙең береһе.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: