Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 11:45

14 йәшлек ҡыҙға мунсала еҫ тейә

Мунсаға барып йыуыныу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар өсөн фажиғә менән тамамланды. Бөрө ҡалаһының шәхси йорттар урынлашҡан Фурманов урамында йәшәгән ғаилә көтөлмәгән ҡайғыға тарыны.

Мунсаға барып йыуыныу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар өсөн фажиғә менән тамамланды. Бөрө ҡалаһының шәхси йорттар урынлашҡан Фурманов урамында йәшәгән ғаилә көтөлмәгән ҡайғыға тарыны.
8-се һәм 2-се кластарҙа уҡыған ике ҡыҙ бала мунсала еҫ тейҙереп иҫһеҙ йығыла. Уларҙы олаталары барып таба. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының әйтеүенсә, 14 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡара алмайҙар. Һигеҙ йәшлегенең дә хәле ауыр, бик ныҡ ағыуланған, әле дауаханала, тип хәбәр итә Уфа1.порталы. Балаларҙың яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәлә аяҡ аҫтында ғына, уяуыраҡ, һиҙгерерәк булайыҡ, хөрмәтле ата-әсәләр.
Тимур Шәрипҡолов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: