Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 11:25

Ҡатын балалары менән юғалған

Татарстанда йәкшәмбенән алып ике бала менән бергә юғалған Әлиә Чернованы эҙләйҙәр. Уларҙың Башҡортостанда булыуы бик ихтимал, ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре.

Татарстанда йәкшәмбенән алып ике бала менән бергә юғалған Әлиә Чернованы эҙләйҙәр. Уларҙың Башҡортостанда булыуы бик ихтимал, ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Ҡатынға - 35 йәш, Олег Кондратьевҡа – 14, ҡустыһы Максимға 12 йәш, тип хәбәр итә Bash.News.
Әлиәнең буй оҙонлоғо 150 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара төҫтәге курткала һәм зәңгәр салбарҙа булыуы билдәле. Аяғында - йылы ҡара төҫтәге ботинка. Юғалған көндә Олегтың һоро курткала һәм джинсы салбарҙа, резина итектә булыуы билдәле. Үҫмерҙең буй оҙонлоғо 148 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле. Максимдың буйы -144 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, аҡһыл сәсле.
Юғалған кешеләр тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, түбәндәге телефонға шылтыратыуығыҙҙы үтенәләр: 8-987-289-84-79.
"Башҡортостан" гәзите
Фото: Bash.News
Читайте нас: