Быйыл яҙ мәктәп тамамлаусылар армиянан азат ителә. Был хаҡта Ҡораллы көстәрҙең Генераль штабы етәксеһе Валерий Герасимов белдерҙе.
«Саҡырылыш сараларына бөтәһе 650 меңдән ашыу кеше килергә тейеш. Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға тейеш булған уҡыусылар, ә ундайҙар беҙҙә 650 меңдән 15 меңләп кеше иҫәпләнә, быйыл яҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылмай», — тип Ҡораллы көстәрҙең Генераль штабы етәксеһенең һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.
Герасимов белдереүенсә, колледждарҙың һәм юғары уҡыу йорттарының һуңғы курс студенттарын сығарылыш имтихандарын тапшырғас та хәрби комиссариатҡа саҡыралар.
http://www.bashinform.ru/news/1436645-vypuskniki-shkol-poluchat-otsrochku-ot-armii/